8 декабрь, Кесе йома

06 октябрь 2011 йыл, 15:18

Башҡортостанда иң белемле һайлаусылар ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда иң белемле йәш һайлаусы билдәләнәсәк. Уны республиканың йәштәр баҫмалары уҡыусылары араһында үткәрелгән викторина асыҡларға ярҙам итәсәк. Бының менән төбәктә йәштәр иғтибарын Дәүләт Думаһына һайлауҙарға йәлеп итергә һәм уларҙың сарала ҡатнашлығын тәьмин итергә иҫәп тоталар.  

Октябрҙә һәм ноябрҙә «Йәшлек», «Молодежная газета» һәм «Омет» биттәрендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы белгестәре менән әҙерләнгән һайлау хоҡуғы, һайлау процесы һәм башҡа темаларға төрлө һорауҙар баҫтырыласаҡ. Яуаптарға ҡарап ҡатнашыусыларға балдар ҡуйыласаҡ. Иң күп балл йыйыусы еңеүсе тип табыласаҡ. Беренсе урын өсөн 4000 һум ҡаралған, икенсе урын яулаусылар (улар икәү буласаҡ) 3000 һум аласаҡ, өсөнсө урынға (өс кеше) – 1500 һум. Бынан тыш, биш ҡатнашыусы 500 һум күләмендә дәртләндереү призы аласаҡ.

Викторина һөҙөмтәләре һәр гәзит буйынса айырым баһаланасаҡ. Сарала 30 йәшкә тиклемге Башҡортостандың һәр гражданы ҡатнаша ала. Викторина тураһында положениеның тулы тексы Башҡортостандың Журналистар союзы сайтында урынлаштырылған.