Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө Республика көнөн билдәләргә әҙерләнә

Сәйәсәт

Башҡортостандың баш ҡалаһы Республика көнөнә әҙерләнә. 6 октябрҙә үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итеүенсә, тантаналы йыйылыштар, байрам программалары ҡаланың барлыҡ райондарында үтәсәк.

10 октябрҙә йола буйынса Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһы һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тантаналы йыйылыш үтәсәк. 11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфөлә еңел атлетика кросы уҙғарыласаҡ. Баш ҡаланың И.Якутов исемендәге паркында, С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Моторҙар эшләүселәр» Мәҙәниәт йорто алдында, «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында байрам программалары үтәсәк. Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Республика көнөнә арналған «Ҡайнар йөрәктәр» фестивале асыласаҡ.

Кискеһен Рус драма театры алдындағы майҙанда концерт ойоштороласаҡ. Йола буйынса байрам 22.30 сәғәттә фейерверк менән тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть