8 декабрь, Кесе йома

06 октябрь 2011 йыл, 12:01

«Алтын көҙ-2011» күргәҙмәһендә Башҡортостандың 81 ауыл хужалығы предприятиеһы ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәскәүҙә Рәсәйҙең төп аграр форумы — 13-сө «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһе эшләй башланы. Уны рәсми асыу тантанаһы йомаға, 7 октябргә. планлаштырылған.

Башҡортостан аграрийҙары был сарала даими ҡатнаша. Был юлы үҙенең продукцияһын республиканың 81 ауыл хужалығы предприятиеһы тәҡдим итәсәк. Был «Рощинский», «Алексеевка» совхоздары, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, «Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты» дәүләт ғилми учреждениеһы, Башҡортостандың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге, «Башсельхозтехника», «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиелары,  Шишмә районының «Новая заря» крәҫтиән-фермер хужалығы һәм башҡалар.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың экспозицияһы 148 кв. метр майҙанды биләй. Ҡунаҡтар бында республикала етештерелгән бөтә төр ауыл хужалығы продукцияһы менән таныша аласаҡ. Урындағы етештереүселәр колбаса һәм ит изделиелары, минераль һыуҙар, шарап-араҡы, һөт һәм икмәк-ҡалас продукттарын, бал һәм башҡа төрлө тауарҙарҙы күргәҙмәгә сығарған. Милли ризыҡтар айырым урын алған.

Күргәҙмә 10 көн дауам итәсәк. Быйыл унда донъяның 32 иленән 2500-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнаша. 57 төбәк Рәсәй данын яҡлай. Дөйөм экспозициялар майҙаны 90 мең кв. метр самаһы тәшкил итә.

Бынан тыш, «Алтын көҙ» дауамында 16 тармаҡ конкурсы, шул иҫәптән «Иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермаһы» һәм «Иң яҡшы ярҙамсы хужалыҡ» кеүек яңы номинациялар буйынса конкурстар үткәреләсәк.