11 декабрь, Йәкшәмбе

06 октябрь 2011 йыл, 13:09

Башҡортостандың йәш гвардиясылары Өфөлә «Изге эштәр эшләйбеҙ» акцияһын үткәрә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның төбәк бүлексәһе активистары «Изге эштәр эшләйбеҙ» акцияһы сиктәрендә Өфөлә төрлө саралар үткәрә.

«Башинформ» агентлығына йәмәғәт ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, көн элгәре Башҡорт дәүләт медицина университетында «Аҙ тәьмин ителеүселәр өсөн әйберҙәр йыйыу» акцияһы үткән. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ауыр хәлдә ҡалған кешеләр өсөн әйбер йыйыу пунктын ойошторған.

Иртәгә, 7 октябрҙә, 12 сәғәттә ҡалала «Мохтаждарға аҙыҡ-түлек продукттары биреү» акцияһы үтәсәк. Көн дауамында активистар пенсионерҙарға, ветерандарға һәм инвалидтарға аҙыҡ-түлек продукттары, шулай уҡ көнкүреш кәрәк-яраҡтарын алып барасаҡ.

10 октябрҙә 12 сәғәттән «Йәш гвардия» активистары пенсионерҙар күп йәшәгән йорт подъездарын таҙартасаҡ.

13 октябрҙә 17 сәғәттә ҡала урамдарында флэшмоб үтәсәк, уның маҡсаты – үтеп барыусыларҙы йәлеп итеп, халыҡ күп йыйылған урындарҙы таҙартыу.

Һанап үтелгән барлыҡ сараларҙы ла Башҡортостандың йәш гвардиясылары әҙерләй һәм ойоштора.