10 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2011 йыл, 11:43

Ағиҙелдә - «Берҙәм Рәсәй» көнө

автор: Людмила Терновая

Бөгөн Ағиҙел ҡалаһында — «Берҙәм Рәсәй» көнө. Ҡалаға килгән партияның рәсми делегацияһын Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов етәкләй.

Көн ҡала баҙарында ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләренә барыуҙан башланды. Алдағы сәғәттәрҙә делегацияның Ағиҙел ҡалаһы ҡала округының партия активы менән осрашыуы көтөлә. Башҡорт гимназияһында ҡала халҡы республиканың министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары менән туранан-тура аралаша аласаҡ. Берҙәм рәсәйлеләрҙең төбәк бүлексәһе делегацияһы Ағиҙел ҡалаһының сәнәғәт потенциалы менән танышасаҡ, партияның тейешле проекты сиктәрендә үткәрелгән ҡала ихаталарын төҙөкләндереү буйынса эш сифатын баһалаясаҡ.

«Берҙәм Рәсәй» көнө программаһында – берҙәм рәсәйлеләрҙең һәм йәш гвардиясыларҙың урындағы командаларының мини-футбол буйынса матчына барыу. Көн аҙағында ярыштарға йомғаҡ яһаласаҡ.

Ағиҙелдә үткәрелгән «Берҙәм Рәсәй» көнө йәштәр дискотекаһы менән тамамланасаҡ. Ҡала халҡы алдында билдәле башҡарыусылар сығыш яһаясаҡ.