10 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2011 йыл, 11:28

Урал аръяғы райондарының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуға 576 млн һум йүнәлтеләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

2011 һәм 2012 йылдарҙа Урал аръяғы райондарының дауалау учреждениеларын модернизациялау программаһын финанслауға дөйөм алғанда 576 млн һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. БР Хөкүмәте Президиумының Урал аръяғы муниципаль берәмектәренең һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу мәсьәләләренә арналған ултырышында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев ошондай мәғлүмәт бирҙе.

Төбәктәге демографик хәлдәрҙе баһалап, ведомство башлығы тыуым һәм үлем күрһәткестәренең юғары булыуын билдәләне. Үлем буйынса иң юғары күрһәткес Ейәнсура һәм Йылайыр райондарында теркәлгән.

Үлем структураһында, дөйөм алғанда бар Башҡортостанға хас булғанса, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, тышҡы сәбәптәр тәьҫире, яман шеш ауырыуҙары беренсе урында килә.

Георгий Шебаев биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, бында туғыҙ дауалау-профилактика учреждениеһы һәм уларҙың составында булған 330 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.

Урал аръяғы райондарының һалыҡ һаҡлау өлкәһен артабан үҫтереү Тармаҡты яңыртыу программаһы һәм Республика адреслы инвестицион программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, республиканың ҙур күп профилле ҡала һәм үҙәк район дауаханалары нигеҙендә муниципаль-ара махсуслаштырылған медицина округтары ойошторола. Муниципаль-ара медицина үҙәктәренең төп принцибы булып бөтә хеҙмәттәрҙең дә тәүлек әйләнәһенә эшләүе торасаҡ.

Урал аръяғы муниципаль райондары өс үҙәккә беркетелгән, был үҙәктәр Сибайҙа, Баймаҡта һәм Күмертауҙа медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Онкология һәм перинаталь үҙәктәргә өҫтәп, Сибайҙа юл-транспорт фажиғәһендә зыян күргәндәргә беренсел һәм махсус медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн икенсе кимәлдәге травматология үҙәге һәм кардиология, неврология профиленә ҡараған ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн ҡан тамырҙары бүлексәһе ойошторола.

Балаларға паллиатив ярҙам койкалары, һәр бер ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ауырлы ҡатындарға медицина-социаль ярҙам кабинеттары, ауыр хәлдә ҡалған ауырлы ҡатындарға һәм имеҙгән әсәләргә социаль ярҙам үҙәктәре, йәнә шәфҡәт туташы тәрбиәһе койкаларын ойоштороу планлаштырыла.

Георгий Шебаев әйтеүенсә, әлеге мәлдә медицина ҡорамалдары һәм автотранспорт һатып алыуға конкурстар үткәрелә. Халыҡҡа кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Урал аръяғына ҡараған ете муниципаль райондың үҙәк район дауаханаларына санитар автомобилдәр ҡайтарыласаҡ.

Дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, уларҙы диагностикалау ҡорамалдары менән өҫтәп йыһазландырыу, квалификациялы кадрҙар менән комплектлау 128 федераль медицина ярҙамы стандартын индереүҙе тәьмин итәсәк.

Дауалау-диагностикалау процесында туранан-тура ҡатнашыусы медицина персоналы һәм регистраторҙарҙың эш урынын тәьмин итеү өсөн өҫтәмә рәүештә компьютер техникаһы һатып алынасаҡ. Урал аръяғы райондарының медицина ойошмаларын мәғлүмәтләштереү өсөн йәмғеһе 20 млн 219,66 мең һум аҡса бүлеү планлаштырылған.