9 декабрь, Йома

06 октябрь 2011 йыл, 11:02

Баш ҡалала Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыларын тәбрикләнеләр

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына үҙҙәренең һөнәри байрамына педагогик хеҙмәт ветерандары, баш ҡаланың мәктәп, лицей, гимназия уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү тәрбиәселәре һәм педагогтары саҡырылды. Уларҙың күпселеге күп йылдар дауамында мәктәпкә, уҡыусыларына тоғро ҡала.

Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө менән уларҙы Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡотланы.

— Балаларға белем биреү – бик көсөргәнешле хеҙмәт, — тип уҡытыусыларға мөрәжәғәт итте Өфө мэры. – Донъяла уҡытыусынан да изгерәк, кәрәклерәк һөнәр юҡ. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән һеҙ Рәсәйҙең иртәгәһе көнөнә нигеҙ һалаһығыҙ. Шуға күрә беҙ барыбыҙ ҙа мәғарифтың үҫеше, алға китеүе яҡлы. Бөгөн мәғариф системаһына талаптар арта. Уҡытыусы һәр ваҡыт камиллашырға тейеш, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа быға тейешле шарттар булдырырға тейешбеҙ.

Артабан ҡала башлығы ҡулынан иң яҡшы педагогтар фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары алды.

Сара аҙағында Павел Качкаев уҡытыусыларға һаулыҡ, сабырлыҡ, именлек, бәхет һәм татыулыҡ теләне.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов та педагогтарҙы байрамдары менән ҡотланы.

— Республиканың конкурентлыҡҡа һәләте, киләсәге күпселек йәһәттән белем кимәленән торасаҡ. Һәм бында төп этәргес көс булып нәҡ уҡытыусылар тора, — тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. — Әммә педагогтар яҡшы кимәлдә, ышаныслы эшләһен өсөн уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә кәрәк. Шуға күрә РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин тәҡдим иткән мәғарифты яңыртыу проекты сиктәрендә «Уҡытыусы йорто» һәм «Йәш уҡытыусылар өсөн ипотека» кеүек социаль программаларға күп иғтибар бүленгән.

Рөстәм Ишмөхәмәтов әүҙем тормош менән йәшәгән педагогтарға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.