Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Белоретта өсөнсө быуын халыҡ университетының тәүге сығарылышын тәбрикләнеләр

Йәмғиәт

Белорет медицина колледжында өсөнсө быуын халыҡ университетының тәүге сығарылышына таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы үтте. Уларҙы уҡыу йортон тамамлауҙары менән ҡотларға Белорет районы муниципаль район Советы рәйесе Евгений Карепанов, район хакимиәте башлығы Владислав Миронов һәм хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев килде.

2011-2013 йылдарға «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» республика айырым маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сентябрҙә уҡыуға тәүге тыңлаусылар алынғайны. Өс аҙна дауамында студент-пенсионерҙарҙың дүрт төркөмө бушлай компьютерҙа эшләү нигеҙҙәрен, инглиз телен, шәхси гигиена методологияһын һәм дауалау физкультураһын өйрәнде.

Өсөнсө быуын халыҡ университеты Белорет халҡында ҙур танылыу алған. Компьютерҙа эшләргә өйрәнеү курсы иң ҙур һорау менән файҙалана, шуға күрә киләһе уҡыусыларҙы ҡабул иткәндә компьютер грамоталылығы буйынса өс төркөм эшләйәсәк. Бынан тыш, йәнә бер дисциплина – ғаилә психологияһы нигеҙҙәре өҫтәлә, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть