Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Халыҡтар дуҫлығы бәйләме» фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

7 октябрҙә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған «Халыҡтар дуҫлығы бәйләме» милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк. Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы һәм республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто.

Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Әхәт Мостафин хәбәр итеүенсә, байрам республикала йәшәүсе халыҡтар араһында дуҫлыҡты, татыулыҡты һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән.

— Беҙ милли үҙәктәрҙең 20-нән ашыу ижади коллективы сығыштарын күрәсәкбеҙ, улар милли мәҙәниәттең сағыу өлгөләрен тәҡдим итәсәк, — тип билдәләне ул.

Бынан тыш, фестивалде ойоштороусылар бындай сараларҙың йәштәр араһында фольклорҙы, халыҡ бейеүҙәрен һәм йырҙарын популярлаштырыуға, һәләтле йәштәрҙе асыҡлауға, уларҙың ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн тейешле шарттар булдырыуға булышлыҡ итеүенә ышана.

Байрам 19 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть