5 декабрь, Дүшәмбе

06 октябрь 2011 йыл, 9:14

Саҡмағоштар һауым буйынса алда бара

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың Саҡмағош районында һауым буйынса дүрт меңлек сик үтелгән: бер һыйырҙан был районда уртаса алғанда 4014 кг һөт һауып алынған.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәт-аналитика бүлегенең 5 октябргә ҡарата оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ районында 29996 тонна һөт етештерелгән — Башҡортостанда йыл башынан алып был тулайым һауым буйынса иң юғары күрһәткес. Саҡмағош малсылары – 28776 тонна, дүртөйлөләр – 24868 тонна, илештәр 21022 тонна һөт һауған.

Ауырғазы районында тәүлегенә уртаса – 12,4 кг, Стәрлетамаҡта – 11,6 кг, Дүртөйлөлә – 11,4 кг, Мәләүездә 11,3 кг һөт һауыла, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.