9 декабрь, Йома

05 октябрь 2011 йыл, 17:50

Благовар районының Түбәнге Ҡарғалы ауылында яңы мәсет асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандың Благовар районы Түбәнге Ҡарғалы ауылында яңы мәсет асылды. Ауыл халҡы уны «Ихлас» тип атаған. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Благовар районы хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов, Благовар районы имамы Абдулла Уразмәтов, Башҡортостандың Татар мырҙалары мәжлесе етәксеһе Зөфәр Әйүпов, Татарстандың Башҡортостан Республикаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Альберт Мәҡсүтов, Өфөнөң Совет районы хамиәте башлығы урынбаҫары Рим Суфиянов, билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтов, рәссам Наил Байбурин, шулай уҡ күрше ауылдар халҡы, Өфө ҡунаҡтары мәсетте асыу тантанаһында ҡатнашты.

Тәлғәт Тажетдин вәғәз һөйләне, аят уҡыны һәм йорт төҙөүҙә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт билдәһе итеп грамоталар тапшырҙы. Аҙан ҡысҡырғандан һуң, барыһы ла яңы мәсеткә юлланды һәм күмәкләп намаҙ уҡыны. Мәсеттең имам-хатибы итеп Миңйәр Ғайсин тәғәйенләнде.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты мәзине Әнүәр Тереғолов хәбәр итеүенсә, мәсет 1998 йылда уҡ төҙөлә башлаған.

— Был изге йорт урыны осраҡлы ғына һайланманы, — тип билдәләне ул. – Ололар һөйләүенсә, 1950-се йылдарға тиклем был урында мәсет булған, аҙаҡ уны емергәндәр. Революцияға тиклем Түбәнге Ҡарғалыла өс мәсет булған. Хәҙер берәү булһа ла бар.

темалар: дин, төҙөлөш