Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эксперттары АҠШ делегацияһы менән осрашты

Иҡтисад

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эксперттар төркөмө, республиканың ойошмалары һәм предприятиелары, профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре АҠШ-тың Екатеринбургтағы Генераль консулы Майкл Рейнерт етәкселегендәге Америка Ҡушма Штаттары делегацияһы менән осрашты. Сит ил делегацияһы Башҡортостанға эшлекле һөйләшеүҙәр һәм консультациялар үткәреү өсөн килгән.

Осрашыу барышында Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров ҡыҫҡаса республиканың сәнәғәт һәм индустриаль потенциалы хаҡында һөйләне, партнерлыҡ итеү юлдарын күҙалланы.

АҠШ-тың Генераль консулы Майкл Рейнерт үҙенең сәләмләү һүҙендә Рәсәй Федерацияһы менән АҠШ араһында инвестицион хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, Рәсәйҙең Бөтә донъя Сауҙа ойошмаһына инеү мәсьәләләренә ҡағылды.

Артабан Америка делегацияһы киләһе компанияларҙың презентацияһын тәҡдим итте: SPECTRO Technical Services (лаборатория ҡорамалдарын поставкалау һәм хеҙмәтләндереү), «Пенетрон-Россия» компаниялар төркөмө, «Microsoft Рус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (IT-технологиялар), Emerson Process Management (ҡорамалдар етештереү), Citibank.

Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яҡтар машиналар эшләү, нефть эшкәртеү, ҡорамалдар етештереү, энергия һаҡлау, металлургия, химия, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тикшергән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть