Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Константин Толкачев: «XII съезд илдең артабанғы үҫеш курсын аныҡ билдәләне»

Сәйәсәт

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XII съезы һөҙөмтәләрен 5 октябрҙә Өфөлә партияның төбәк сәйәси советы тикшерҙе.

— Әлбиттә, съезд сәйәси йылдың үҙәк ваҡиғаһы булды, — тип билдәләне төбәк сәйәси совет ултырышында уның секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – XII съезд илдең артабанғы үҫеш курсын аныҡ билдәләне, ул инновацион-инвестицион моделгә нигеҙләнгән демократик хоҡуҡи Рәсәй төҙөүгә һәм яңыртыуға йүнәлтелгән. Съезд ҡарарҙары илдең сәйәси тотороҡлоғо өсөн, уны артабан индустриялаштырыу һәм яңыртыу, Рәсәйҙең тыныс, перспективалы үҫеше өсөн барлыҡ шарттар булдыра.

Съезда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың Рәсәй халҡы менән хупланыуы бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.

Берҙәм рәсәйлеләрҙең төбәк сәйәси советы съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙы «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк һәм урындағы бүлексәләре эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше итеп билдәләне, шулай уҡ 20 октябргә тиклем XII съезд материалдарын тикшереү буйынса партияның урындағы сәйәси советтарының киңәйтелгән ултырыштарын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть