8 декабрь, Кесе йома

05 октябрь 2011 йыл, 15:09

Башҡортостандың берҙәм рәсәйлеләре Рәсәй ауыл йәштәре союзының төбәк бүлексәһе менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө

автор: Марина Шумилова

5 октябрҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән Рәсәй ауыл йәштәре союзының төбәк бүлексәһе хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа партияның төбәк сәйәси советы секретары,  Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Ауыл йәштәре союзының төбәк бүлексәһе лидеры Андрей Конов ҡул ҡуйҙы.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Рәсәй ауыл йәштәре союзының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенең республика ауыл йәштәренең мәнфәғәттәрен яҡлауға һәм уларҙы илдең ижтимағи-сәйәси процестарына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән булыуы билдәләнде. Рәсәй ауыл йәштәре союзының төбәк бүлексәһе составына бөгөн 3100 кеше инә. Был йәмәғәт ойошмаһының тәүге бүлексәләре республиканың күп кенә муниципаль райондарында эшләп килә.

Андрей Конов билдәләүенсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән килешеү Ауыл йәштәре союзының республика бүлексәһе үҫешенә яңы импульс бирәсәк, ойошма Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ҡушылыуы хаҡында хәбәр итте лә инде.