Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала «Коррупцияға ҡаршы көрәшеү – һәр кемдең бурысы» киң мәғлүмәт саралары конкурсы старт алды

Йәмғиәт

Башҡортостандың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм республиканың Журналистар союзы иғлан иткән конкурс «Коррупцияға ҡаршы көрәшеү – һәр кемдең бурысы» тип атала. Бәйгелә ҡатнашыуға төбәктең бөтә төр киң мәғлүмәт саралары – баҫма матбуғаты, интернет-баҫма, радио һәм телевидение вәкилдәре саҡырыла. Йомғаҡтар һәр категория буйынса айырым яһаласаҡ. Жюри 2011 йылдың 1 ғинуарынан 30 ноябренә тиклем сыҡҡан материалдарҙы ҡабул итә.

Мәғлүмәттәрҙең актуаллеге һәм дөрөҫлөгө, власть органдары, бизнес, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм граждандарҙың аныҡ коррупцион схемалары хаҡында мәғлүмәттәрҙең булыуы, шулай уҡ коррупцияның барлыҡҡа килеү сәбәптәрен һәм шарттарын сағылдырған анализдың булыуы конкурс эштәренә баһа биргәндә күҙ уңында тотоласаҡ.

Һәр номинацияла өсөшәр призлы урын ҡаралған. Беренсе урынға сығыусы авторҙар йәки авторҙар коллективы – 18000 һум күләмендә, икенсе урын яулаусылар – 9000 һум күләмендә, өсөнсө урын алыусылар 5000 һум күләмендә премия аласаҡ.

Материалдар 1 ноябрҙән 30-ына тиклем Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында (450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45) ҡабул ителә. Конкурс һөҙөмтәләре 9 декабрҙә — Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнөндә иғлан ителәсәк, ә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы 2012 йылдың ғинуарында үтәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть