6 декабрь, Шишәмбе

05 октябрь 2011 йыл, 12:47

Башҡортостандың Әлшәй районында «Таҙа яр» экоакцияһы үтте

автор: Галина Бахшиева

Республиканың Әлшәй районында «Таҙа яр» экологик акцияһы үтте. Сара барышында Дим, Ҡорҫаҡ, Ыҫлаҡ йылғалары, шулай уҡ райондағы күл, һыуһаҡлағыс һәм шишмә ярҙары таҙартылды.

Тыуған яҡтың экологик торошон яҡшыртыу һәм тирә-яҡ мөхит торошо өсөн халыҡтың яуаплылыҡ тойғоһон арттырыу сараның төп маҡсаттары булып торҙо.

«Таҙа яр» экологик акцияһын төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошторҙо. Министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова һүҙҙәре буйынса, әлеге сара Әлшәй халҡының һыу һаҡлау зоналарын таҙартыу һәм төҙөкләндереү яҡлы булыуын күрһәтә. Акцияла 2500 тирәһе кеше ҡатнашты, улар 200 кубометр сүп-сар йыйҙы.