Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә 10 мең тирәһе ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылған

Иҡтисад

Быйыл көҙ республиканың баш ҡалаһында 10 меңгә яҡын ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. Үҫентеләрҙе Өфө «Горзеленхоз» предприятиеһы үҙ питомнигында үҫтергән. Үткән аҙнала ғына Өфө биләмәһен санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығында ҡатнашыусылар ҡаланың төрлө райондарында 1500 төп ағас һәм 600-ҙән ашыу ҡыуаҡ ултыртҡан.

Иғлан ителгән айлыҡ сиктәрендә үҫентеләр ултыртыуҙан тыш, «Горзеленхоз» хеҙмәткәрҙәре Өфөлә килешеүҙәр буйынса йәнә 570 ағас ултыртасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ Башҡортостандың баш ҡалаһында дөйөм алғанда 9 меңдән ашыу ағас ултыртылған. Яҙ ваҡытына ҡаланы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙың күп тура килеүенә күрә, көҙ көнө ағас һәм ҡыуаҡтар күберәк ултыртыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть