8 декабрь, Кесе йома

05 октябрь 2011 йыл, 11:37

Эстонияла «Сәк-сәк» байрамы үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Флүзә Хәйруллина

Маарди ҡалаһында (Эстония) «Сәк-сәк» байрамы үткән, уны урындағы татар мәҙәниәте йәмғиәте ойошторған. Сарала Латвияның «Шишмә» башҡорт-татар ойошмаһы һәм Литва йәштәре ҡатнашҡан. Таллиндың «Ағиҙел» башҡорт мәҙәниәте йәмғиәтенең йәш активистары Эстония исеменән сығыш яһаған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Ағиҙел» йәмғиәте рәйесе Флүзә Хәйруллина хәбәр итте.

Сара Балтик буйы илдәренең башҡорт һәм татар йәштәре араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында үткәрелгән. Йәштәр концерт күрһәткән, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан.

«Шишмә» башҡорт-татар ойошмаһы рәйесе Зөфәр Зәйнуллин һәм Балтик буйы илдәренең аҙ һанлы халыҡтары ассоциацияһы президенты Тимур Сәйфуллин билдәләүенсә, бындай саралар сит илдә милли мәҙәниәтте һәм халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Флүзә Хәйруллина һүҙҙәре буйынса, «Сәк-сәк» байрамы барыһына ла – сарала ҡатнашыусы йәштәргә лә, тамашасыларға ла бик оҡшаған.

Билдәләп үтәйек, «Сәк-сәк» байрамы Балтик буйында ике йыл рәттән үткәрелә. Тәүге тапҡыр ул Ригала (Латвия) үткән. Киләһе йылда башҡорт һәм татар йәштәрен Литва йыясаҡ.