10 декабрь, Шәмбе

05 октябрь 2011 йыл, 10:51

Рөстәм Хәмитов АҠШ-тың Екатеринбургтағы Генераль консулы Майкл Рейнерт менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

4 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов АҠШ-тың Екатеринбургтағы Генераль консулы Майкл Рейнерт менән осрашты.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, дипломат менән һөйләшеү барышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ иҫәбе буйынса күрше төбәктәр араһында илдә етенсе урында тороуын, төбәктең Рәсәй Федерацияһының эре субъекты булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Беҙҙә нефть һәм химия продукцияһы күпләп етештерелә. Рәсәй нефтенең һәр бишенсе тоннаһы Өфөлә етештерелә. Дизель яғыулығының һәр алтынсы тоннаһы шулай уҡ Өфөлә етештерелә. Төбәктә ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы производствоһы буйынса беҙ Рәсәйҙең тәүге биш иң эре төбәге иҫәбендә. Республиканың географик урыны ла яҡшы. Беҙҙе Рәсәйҙең алты-ете эре ҡалаһы уратып алған. Былар барыһы ла беҙгә көслө булырға, тотороҡло үҫешергә ярҙам итә. Шуға күрә киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Ул шулай уҡ республикала инвесторҙарҙы, шул иҫәптән сит илдәгеләрен дә йәлеп итеү буйынса эш алып барылыуын билдәләне.

— Инвесторҙар беҙгә килһен өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ: һалым буйынса һәр төрлө ташламалар, административ кәртәләрҙе кәметеү, «административ ташламалар» ҡаралған. Аҙна һайын Европа һәм Азияның эре предприятие вәкилдәре менән осрашып торабыҙ. Республика биләмәһендә бер нисә эре производсто төҙөй башлаясаҡбыҙ. Төрлө сәбәптәр арҡылы Америка Ҡушма Штаттары менән республика предприятиеларының сауҙа әйләнеше артыҡ ҙур түгел. Нигеҙҙә республиканан яғыулыҡ, минераль ресурстар ебәрелә. Ә беҙ ҡорамалдар, машиналар һатып алабыҙ. Был мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә теләр инек, әлбиттә. АҠШ бизнесмендарын ҡабул итергә әҙербеҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Киләһе йылда республикала Европа илдәре бизнесы ҡатнашлығында бер нисә халыҡ-ара форум үткәреү планлаштырыла, тип билдәләнде. Майҙа «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы үтәсәк.

— Башҡортостан халҡының инвесторҙарға, сит ил вәкилдәренә ҡарата толерантлы булыуын әйтергә теләйем. Һәм әлеге мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙә ҡаршылыҡтар юҡ. Мин, республика Хөкүмәте кеүек үк, Рәсәй һәм Башҡортостан баҙарында Америка бизнесының артыуы яҡлы. Бында килгән бизнесмендар өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡбыҙ. Был бар инвесторҙарға ла ҡағыла. Бында эшләйәсәк инвесторҙарға, эшҡыуарҙарға ҡарата ғәҙел мөнәсәбәт вәғәҙә итәм. Һөҙөмтәле, яҡшы эшләү өсөн уларға барлыҡ шарттар ҙа булдырыласаҡ, — тине республика башлығы.

Майкл Рейнерт Рөстәм Хәмитовҡа ҡунаҡсыллыҡ, йылы мөнәсәбәт өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Президент Обама менән Президент Медведевтың, осрашҡан ваҡыттарында, йышыраҡ сауҙа һәм инвестицион мөнәсәбәттәрҙе нығытыу мәсьәләләрен тикшереүен бөгөн иртәнсәк аңлай инем инде. Шулай итеп, был хәлде яҡшыртыу теләгенең ике яҡлы булыуын беләбеҙ. Урал-Себер төбәгендә эшләүсе Америка компанияларының Башҡортостанда эшләргә теләүен дә беләбеҙ. Беҙ быны «сауҙа» йәки «эшлекле миссия» тип атаныҡ, сөнки беҙҙең менән ҡуша килгән компаниялар Башҡортостан менән бәйләнештәрҙе нығытыу һәм бизнесты үҫтереү теләген белдерҙе, — тине АҠШ-тың Генераль консулы.