5 декабрь, Дүшәмбе

04 октябрь 2011 йыл, 17:57

Республикала 335 кеше Президент стипендиялары аласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында Башҡортостан Президенты стипендиаттарын тәбрикләйҙәр. Уҡыу йорттарында тантаналар 10 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, иң яҡшыларға республика Президенты стипендияларын биреү йолаһы 1994 йылдан йәшәп килә. Төбәк Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2011-2012 уҡыу йылында президент стипендиаты кеүек юғары статусҡа йәмғеһе 140 вуз студенты, 125 урта һөнәри белем биреү учреждениеһы уҡыусыһы, 55 аспирант һәм 15 докторант лайыҡ булған.

Ошоноң менән бер рәттән, Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәрим исемендәге исемле стипендиялар тапшырыу тантанаһы ла көтөлә.