7 декабрь, Шаршамбы

04 октябрь 2011 йыл, 17:50

Рәсәйҙең иң яҡшы йәш китапханасылары Өфөлә эшләй

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Рәсәйҙең иң яҡшы йәш китапханасылары Өфөлә эшләй. Был хаҡта «Рәсәйҙең йәш китапханасылары ҡаҙаныштары һәм хыялдары – 2011» бөтә Рәсәй инновацион проекттар конкурсы һөҙөмтәләре һөйләй. Конкурсҡа йомғаҡтар Чебоксар ҡалаһында үткән йәш китапханасылар форумында яһалған.

«Башинформ» агентлығына Өфө үҙәкләштерелгән китапханалар системаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан исеменән сығыш яһаусылар «Ҡаҙаныштар» номинацияһында иң яҡшылары тип танылған. Йәштәр Интеллект-үҙәге – Өфөнөң 10-сы моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Екатерина Карташева һәм Ольга Глухова «Йәштәр планетаһы» интерактив журналы өсөн был номинацияла еңеүсе тип табылған. Бүләк итеп уларға бер йылға төрлө журналдарға яҙылыу сертификаты тапшырылған. Һәм төп бүләк – 2012 йылда Бөтә Рәсәй китапханалар конгресында ҡатнашыуға грант алыуға сертификат.

Рәсәйҙең йәш китапханасылары форумында илдең 26 төбәгенән йәмғеһе 200-ҙән ашыу белгес ҡатнашҡан. Өфө китапханалары исеменән форумда Өфө үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының «Оптимистар» йәш китапханасылар берләшмәһе Советы ағзаһы Юлия Корзик ҡатнашҡан.

Форумда ҡатнашыусылар өсөн күп төрлө саралар – лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, социаль уйындар, фекер алышыуҙар ойошторолған.

темалар: китапханалар