Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Күмертауҙа «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте

Сәйәсәт

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин етәкселегендәге «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе делегацияһы Күмертауҙа «Берҙәм Рәсәй» көнөндә ҡатнашты. Был сара меңләгән күмертаулылар ҡатнашҡан «Сәләмәтлек аҙналығы»на йомғаҡ яһау көнө менән тап килде. «Сәләмәтлек аҙналығы» сиктәрендә ҡалала бер нисә спорт сараһы – дөйөм ҡала күләмендәге иртәнге зарядка, волейбол буйынса ҡала кубогы, өҫтәл теннисы буйынса шәхси беренселек, шашкалар буйынса блиц-турнир үтте.

Ҡаланың Чемпиондар парадында Күмертауҙың данлыҡлы спортсыларын наградлау тантанаһы үтте. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының маҡтау грамоталарын, «Рәсәйҙең спорт мастеры» исемдәрен, «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре» почет билдәләрен уларға БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин тапшырҙы. Ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев иһә спортсыларға Күмертау хакимиәтенең Почет грамоталарын, шулай уҡ ҡалалағы спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

«Берҙәм Рәсәй» көнөндә Күмертауҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексына нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонинға һәм Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляевҡа яңы спорт объекты төҙөлөшөн башлауҙы символлаштырыусы ҡаҙаҡты ҡағыу хоҡуғы бирелде. Шулай уҡ был көндө ҡалалағы ихаталарҙың береһендә хоккей майҙансығы асылды.

«Берҙәм Рәсәй» көнө сиктәрендә йәнә Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған байрам концерты үтте; «Брейн-ринг» интеллектуаль уйын клубының көҙгө миҙгеленә старт бирелде; Тыныслыҡ майҙанында  ҡалалағы хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге мәктәптәрҙең, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм кадет кластарының «Ватанға хеҙмәт итәм!» тип аталған парады үтте. Көн дауамында ҡала халҡы универсаль йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, үҫентеләр һәм хужалыҡ тауарҙары һатып ала алды.

«Берҙәм Рәсәй» делегацияһы педагог-мәғрифәтсе Мөхәммәт Исҡужин исемен йөрөткән урамдың байрамында ла булды. Байрам сиктәрендә бында «Оҫта ҡулдар», «Асфальтҡа һүрәт төшөрөү», «Теләктәр ағасы» кеүек ижади оҫтаханалар һәм күңел асыу майҙансыҡтары эшләне, биҙәү-ҡулланма һәм техник сәнғәт күргәҙмәләре һәм «Уңыш – 2011» күргәҙмәһе ойошторолдо.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһе делегацияһы һуңынан партияның урындағы сәйәси советы ултырышында ҡатнашты.  

Теги: партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть