10 декабрь, Шәмбе

04 октябрь 2011 йыл, 16:18

Башҡортостан Президенты IV төрки телле илдәр социологтары конгресында ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәрҙе

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән «Евразия киңлеге: XXI быуатта төрки телле илдәрҙең һәм Рәсәй төбәктәренең цивилизация ҡеүәте» IV төрки телле илдәр социологтары конгресында ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәрҙе. Уны Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина уҡып ишеттерҙе.

«Бөгөнгө йәмғиәт тормошонда социология фәненең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ, — тиелә сәләмләү хатында. – Социология беҙгә социаль хәлде, яңы процестарҙы һәм һулыштарҙы тәрәндән аңлап белергә ярҙам итә. Социологик тикшеренеүҙәр донъяға мәҙәни перспективалар төрлөлөгөнә һәм күплелегенә кеүек ҡарарға мөмкинлек бирә. Һәм был төрлө төркөмдәрҙең бер-береһенә ҡарата ялған инаныуҙарынан ҡотолорға ярҙам итә. Конгресс барышында социология теориһының көнүҙәк мәсьәләләре буйынса ҡыҙыҡлы һәм файҙалы дискуссиялар үтер, тип ышанам. Фән үҫешенә улар ҙур өлөш индерәсәк һәм төрлө ил социологтары араһында фәнни һәм дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Ысын күңелдән һеҙгә уңышлы эш, яңы идеялар һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүегеҙҙе теләйем».