5 декабрь, Дүшәмбе

04 октябрь 2011 йыл, 15:41

Шолпан Джаманбалаева: «Социология фәнен үҫтереү буйынса аныҡ тәҡдимдәребеҙ бар»

автор: Людмила Терновая

Сираттағы төрки донъяһы социологтары конгресын үткәреү урыны итеп Өфөнөң һайланыуы ҙур әһәмиәткә эйә, тип иҫәпләй Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙағстан милли университеты проректоры, социология фәндәре докторы Шолпан Джаманбалаева.

— Өфөгә конгресҡа килеүемә бик шатмын, — ти профессор. — Ошондай күләмле социология форумының Өфөлә үтеүе айырыуса мөһим: бында, Башҡортостанда, ғәжәйеп рәүештә ислам һәм Европа ҡиммәттәре берләшкән. Беҙ барыбыҙ ҙа Төрки донъяһы социологтары союзында ағза булып торабыҙ һәм бөгөн төрки телле илдәрҙең проблемаларын, уларҙың донъя фәне хазинаһына, фәнни фекерләүгә индергән өлөшөн тикшереү өсөн йыйылдыҡ. Үҙемдең докладымда төрки телле илдәргә интеллектуаль потенциалын арттырыу мөмкинлеге һәм кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәкмен. Был төрки телле илдәр социологтарының социологик фекерләүҙең формалашыуына ҙур өлөш индереүенә бәйле. Һәм бөгөн улар индергән өлөштө арттырырлыҡ механизмдар эҙләү зарурлығы тыуа. Былар барыһы ла төрки телле төбәктәрҙең фән мәктәптәре абруйына ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Ҡаҙағстан өлгөһөндә мин мәғариф һәм фән системаһын үҙгәртеп ҡороу варианттарын күрһәтәсәкмен. Беҙ төрки телле төбәктәр социологтарының көстәрен нисек бергә туплау, тәжрибә уртаҡлашыу, йәғни социология фәнен нисек артабан үҫтереүгә бәйле аныҡ тәҡдимдәр менән сығабыҙ.