8 декабрь, Кесе йома

04 октябрь 2011 йыл, 14:00

Өфөлә IV төрки телле илдәр социологтары конгресы асылды

автор: Марина Шумилова

Баш ҡалала, Өфө дәүләт авиация техник университетының йыйылыштар залында, 4 октябрҙә «Евразия киңлеге: XXI быуатта төрки телле илдәрҙең һәм Рәсәй төбәктәренең цивилизация ҡеүәте» IV төрки телле илдәр социологтары конгресы асылды. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Социологтар ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан Республикаһы Профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты.

Фәнни форумда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Тажикстан, Төркиә, Болгария, Венгрия, Германияның алдынғы социологтары, сәйәсмәндәре, философтары, мәҙәниәт белгестәре йыйылған. Уның эшендә төрки телле илдәрҙең Социологтар союзы һәм Халыҡ-ара социологтар ассоциацияһы вәкилдәре ҡатнаша.

4 октябрҙә конгрестың пленар ултырышы үтә. Иртәгә, 5 октябрҙә,  сарала ҡатнашыусылар дүрт секция эшендә ҡатнашасаҡ.

Төрки телле илдәр социологтары конгресы 2005 йылдан башлап үткәрелә. I конгресс – Төркиәлә, II конгресс – Ҡаҙағстанда, III – Ҡырғыҙстанда үткән. Төрки телле илдәрҙең Социологтар ассоциацияһы вице-президенты Хайати Тюфекчиоглу һүҙҙәренсә, дүртенсе конгресты ҡабул итергә теләүселәр күп булған. Беренсенән, Башҡортостандың социологтар мәктәбе сит илдә лә киң билдәле булғанлыҡтан, икенсенән, республика етәкселеге тарафынан конгресты әҙерләүҙә ҙур ярҙам күрһәтелгәнгә күрә, Төрки телле илдәрҙең Социологтар ассоциацияһы Өфөлә туҡталған. Фәнни берләшмә ағзалары фекеренсә, Башҡортостан һәм Рәсәй социологтары тәжрибәһе милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙа айырыуса мөһим, сөнки Көнбайышта был мәсьәләләр ул тиклем тәрән өйрәнелмәгән.