5 декабрь, Дүшәмбе

04 октябрь 2011 йыл, 14:27

Халыҡ-ара социологтар конгресында ҡатнашыусылар уның юғары фәнни әһәмиәтен билдәләй

автор: Людмила Терновая

Өфөлә барған «Евразия киңлеге: XXI быуатта төрки телле илдәрҙең һәм Рәсәй төбәктәренең цивилизация ҡеүәте» IV төрки донъяһы социологтары конгресында ҡатнашыусылар уның юғары фәнни әһәмиәтен билдәләй.  

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, физика-математика фәндәре докторы Рәмил Бәхтизин конгрестың оло фәнни потенциалын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Бөгөн республиканың ғилем донъяһында оло ваҡиға, — тине Рәмил Бәхтизин. — Конгресс Рәсәйҙең туғыҙ төбәгенең, шулай уҡ Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә, Болгария, Венгрия, Германия вәкилдәрен йыйҙы. — Конгресс ғалимдарға тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре, уй-фекерҙәр менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә. Төрлө илдәрҙән йыйылған коллегаларҙың үҙ-ара йәнле аралашыуы ғилми берләшмә өсөн бик файҙалы.  

Төрки донъяһы социологтары союзының аҡһаҡалы, социология фәндәре докторы Эркал Мостафа Төркиә делегацияһы исеменән республиканың баш ҡалаһында ошондай күләмле социология форумы үткәреү мөмкинлеге биргән өсөн Башҡортостан Президентына рәхмәт әйтте.

— Конгреста бөтә донъя ғалимдары өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләр тикшерелә,— тип билдәләне Эркал Мостафа. — Беҙҙең ғилми форумдың маҡсаты бер – халыҡтар араһында үҙ-ара аңлашыуға ирешеү. Беҙ хәҙерге замандың глобаль проблемаларын хәл итеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алырбыҙ, тип ышанам.