Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре 25 декабргә тиклем дауам итәсәк

Иҡтисад

Йәрминкәләр миҙгеле ҡалаларҙа 25 декабргә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғо республика министрлыҡтарының һәм ведомстволарының йәрминкәләр ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә булышлыҡ итеү тәртибен көйләй.

Ауыл хужалығы министрлығына республика кимәлендә тауар етештереүселәргә, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү предприятиеларына булышлыҡ итеүҙе тәьмин итеү йөкмәтелде.

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына муниципалитеттарға сауҙа майҙансыҡтарын булдырыуҙа ярҙам итергә, хаҡтарға һәм ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатылған продукция күләмдәренә күҙәтеү алып барырға ҡушылды.

Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре ауыл хужалығы етештереүселәренең туранан-тура һатып алыусылар менән осрашыу урынына әүерелде. Хаҡтарҙың артыуын тотҡарлауҙа был һөҙөмтәле ысул булып тора – сөнки юғары конкурентлы мөхиттә һатыусылар хаҡтарҙы күтәрергә тырышмай.

Был юҫыҡта үҙ продукцияһын һатырға килгән ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтар өсөн сауҙа ойоштороуҙа инфраструктура йәһәтенән ярҙам күрһәтеү бик тә урынлы, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн. Үткән ял көндәрендә (1-2 октябрь) республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм район үҙәктәрендә 6 мең 200-ҙән ашыу сауҙа итеү урыны ойошторолған. Был ваҡыт эсендә йәмғеһе 3 мең 400 тоннанан ашыу продукция һатылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть