Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда метеостанциялар яңыртыла

Иҡтисад

Республика метеостанцияларында өр-яңы ҡорамалдар ҡуйыла башланы. Йыл аҙағына тиклем 40-ҡа яҡын автоматлаштырылған метеорология комплекстарын урынлаштырыу планлаштырыла. Улар анығыраҡ үлсәүҙәр үткәрергә, шулай уҡ юлһыҙ урындарҙан метеосводкалар алырға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса идаралығының метеокүҙәтеүҙәр бүлеге начальнигы Людмила Вафинаның әйтеүенсә, бөгөнгө көндә төбәктә планлаштырылғандың яртыһы, йәғни 20 автоматлаштырылған станция ҡуйылған. Метеостанцияларҙы модернизациялау – ҡыйбатлы процесс, шуға күрә яңы ҡорамалдар даими рәүештә әҙ-әҙләп ҡайтарыла. Быға федераль бюджеттан аҡса бүленә.

— Хәрәкәт бар. Беҙ теләгәнсә тиҙ булмаһа ла, алға китеш бар, — ти Людмила Вафина.

Бынан тыш, Башгидрометта әле үҙҙәренең сайтын булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр. Метеосайт быйыл йыл аҙағында эшләй башлаясаҡ, тип планлаштырыла. Оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән һәм, ҡағиҙә булараҡ, бик һирәк ваҡыт үҙен аҡлаған прогноздар булмаясаҡ. Был ресурста алдағы өс көнгә генә һауа торошо биреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть