3 декабрь, Шәмбе

04 октябрь 2011 йыл, 12:25

Республика мосолмандары Диниә назаратының Танышыу клубы ярҙамында 100 ғаилә ҡоролған

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге менән булдырылған Танышыу клубы ярҙамында 100 пар ғаилә ҡорған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына клуб етәксеһе Марат Атйетәров хәбәр итте.

— Бер нисә мең кеше анкета тултырҙы, бының менән улар үҙҙәренең икенсе яртыһын табыу теләген белдерҙе, — тине етәксе. – Танышырға теләүселар араһында Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренән генә түгел, БДБ илдәре, Канада, Төркиә, Малайзия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән дә кешеләр бар.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәкселеге клуб ағзалары өсөн бергәләп сәй эсеү, спорт һәм мәҙәни саралар, саф һауала йөрөү, тәбиғәттә ял итеү ойоштора. Был арала йәш мосолмандар таныша, аралаша һәм һөҙөмтәлә ғаилә ҡора. Никах уҡытҡандан һуң, йәш ғаиләләр ЗАГС-та теркәлергә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге ҡарамағындағы Танышыу клубы 2009 йылдың йәйендә булдырылған. Бында егет һәм ҡыҙҙар тейешле анкета тултырып, бер диндәге, тормошҡа ҡарашы уртаҡ булған тормош иптәшен осратыу мөмкинлегенә эйә була.