10 декабрь, Шәмбе

04 октябрь 2011 йыл, 9:40

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2012 йылға бюджет проектын тәҡдим итте

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға «2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы закон проектын тәҡдим итте.

Документҡа ярашлы 2012 йылға республика бюджеты керемдәре 90 541,4 млн һум күләмендә, йәғни 2011 йылда раҫланған планға ҡарата 11,1 процентҡа арттырып планлаштырыла. Килемдәрҙең дөйөм күләмендә һалым керемдәре — 81,5%, һалым булмаған керемдәр – 5,4%, кире ҡайтарылмай торған керемдәр 13,1% тәшкил итә.

2012 йылға бюджет сығымдары 105 541,4 млн һум күләмендә билдәләнгән. үҫеш -8,9%. Башҡортостан бюджеты әүәлгесә социаль йүнәлешле булып ҡала – 2012 йылға бюджеттың күҙалланған сығымдары структураһында социаль өлкәне финанслауға бюджеттың дөйөм сығымдарының 72,3 проценты, иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә – 14, дөйөм дәүләт мәсьәләләренә – 5,3, муниципаль берәмектәр бюджетына дөйөм бюджет-ара трансферттар 4,8 процент тура киләсәк, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.