6 декабрь, Шишәмбе

03 октябрь 2011 йыл, 18:02

Анатолий Балтинский Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы Владимир Чиркиндың бойороғо менән Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары итеп Анатолий Балтинский тәғәйенләнде, был вазифаға ул Башҡортостан етәкселеге менән быйыл майҙа тәҡдим ителгәйне.

Балтинский Анатолий Евгеньевич 1956 йылдың 18 майында Өфөлә тыуған.

Шаран районының Мичуринск урта мәктәбендә — урта, Харьковтың Юғары хәрби команда училищеһында һәм Мәскәүҙең В.И. Ленин исемендәге хәрби-сәйәси академияһында юғары белем ала.

1973 йылдан алып 1992 йылға тиклем стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт үтә. 11 йыл идара пункттарында хәрби дежурство алып бара, шул иҫәптән өс йыл ракета полкының дежур көстәре командиры була.  

1992 йылдан алып 2007 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариаттарында эшләй, шул иҫәптән 2001 йылдан 2007 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары вазифаһын биләй.

2004 йылда Рәсәй Федерацияһы субъектының хәрби комиссары вазифаһына аттестация үтә.

2005 йылда Королев ҡалаһында үткән уҡыу-методик сборҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттары хәрби комиссариаттарының беренсе бүлексәһе начальниктары араһында беренсе урын ала.