7 декабрь, Шаршамбы

03 октябрь 2011 йыл, 17:55

Өфөлә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса технологиялар презентацияһы үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Шишәмбе, 4 октябрҙә, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү һәм эшкәртеү буйынса бер нисә технология презентацияһы үткәреләсәк. Уның төп маҡсаты – заманса методикалар мөмкинлектәрен күрһәтеү. Артабан уларҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнгән республика предприятеларында ҡулланып буласаҡ.

Министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова һүҙҙәренсә, кәңәшмә-презентацияла республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Өфө, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ хакимиәттәре, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе предприятиелар вәкилдәре һәм фән эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике аҙна элек Өфөлә Mitsubishi сүп-сар яғыу заводының презентацияһы үтте. Рәсәйҙә бындай предприятиелар юҡ. Производство майҙанының ҙур булмауы уны ҡала эсендә йәки ҡала янында төҙөргә мөмкинлек бирә. Завод барлыҡ тиерлек көнкүреш ҡалдыҡтарын яғыуға тәғәйенләнгән. Бөгөнгө көнгә Башҡортостан үҙ яуабын бирмәгән әле – проект тикшерелә генә. Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтарын яғыу буйынса заманса заводтың илдә тәүгеләрҙән булып эшләп китеүе бик тә ихтимал.