4 декабрь, Йәкшәмбе

03 октябрь 2011 йыл, 16:45

Иртәгә Өфөлә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәт мәсьәләләре тикшереләсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөнөң «Ләлә Тюльпан» мәсетендә 4 октябрҙә, сәғәт 10-да, «Милләт-ара һәм конфессия-ара гармония – бөтә Рәсәй федерацияһы субъекттарының үҫеш нигеҙе» темаһына семинар үтәсәк.

Сарала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, мосолман ойошмалары, Рус православие сиркәүе, еврейҙар общинаһы, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт органдары вәкилдәре, ғалимдар һәм эксперттар ҡатнашасаҡ.

Семинар һуңында матбуғат конференцияһын үткәреү ҡаралған.

темалар: дин