4 декабрь, Йәкшәмбе

03 октябрь 2011 йыл, 16:29

Рөстәм Хәмитов балалар баҡсалары тәрбиәселәренә эш хаҡын арттырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Мәктәпкәсә төп белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы дәүләт һәм муниципаль мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең социаль яҡтан яҡлаулы булыуын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Указға ярашлы, 2011 йылдың 1 октябренән мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләгән, төп эш урыны буйынса мәғариф учреждениеларында штатта торған тәрбиәселәрҙең, кесе тәрбиәселәрҙең, тәрбиәсе ярҙамсыларының, шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләгән, төп эш урыны буйынса мәғариф учреждениеларында штатта торған бер һәм ике төркөмлө мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары мөдирҙәренең эш хаҡына ай һайын түләнеүсе өҫтәмә күләме ике тапҡырға арттырылған.

Бынан тыш, документҡа ярашлы 2011 йылдың 1 октябренән төп эш урыны буйынса мәғариф учреждениеларында штатта торған башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына 2000 күләмендә ай һайын түләнеүсе өҫтәмә раҫланған.