11 декабрь, Йәкшәмбе

03 октябрь 2011 йыл, 15:38

Бөгөн – Бөтә донъя айыҡлыҡ көнө

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн, 3 октябрҙә, донъяның күпселек илдәрендә Айыҡлыҡ көнө билдәләнә. Был байрамдың килеп сығыуы менән беҙ донъя айыҡлыҡ хәрәкәтенең билдәле эшмәкәре Джон Финчҡа бурыслы. Ул бөтә ғүмерен кешеләрҙе айыҡ тормошҡа йәлеп итеүгә һәм алкоголле эсемлектәрҙе һатыуға ҡаршы көрәшкә бағышлаған.

Был көндө күпселек илдәрҙә мәғлүмәти саралар, акциялар һәм конференциялар үткәрелә, фильмдар күрһәтелә, алкоголле эсемлектәрҙең зыяны хаҡында брошюралар таратыла.

Башҡортостандың айыҡлыҡ хәрәкәте активистары ла ситтә ҡалмай. «Башинформ» агентлығына «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенең рәйестәше Ренат Зәйнуллин хәбәр итеүенсә, «Айыҡ Башҡортостан» инициативаһы буйынса бөгөн Рәсәйҙең күпселек төбәктәре онлайн режимда Айыҡлыҡ көнөн күрһәтәсәк. Тапшырыу Өфө ваҡыты менән 20 сәғәттә башланасаҡ.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Магнитогорск, Екатеринбург, Санкт-Петербург, Мәскәү, Силәбе, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Дондағы Ростов, Иваново кеүек ҡалаларының сәләмәт тормошто пропагандалаусы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бөгөн Өфөлә йыйыласаҡ, улар тематик фильмдар ҡараясаҡ һәм «2011 йылғы айыҡ ауыл» республика конкурсы йомғаҡтарын тикшерәсәк.