5 декабрь, Дүшәмбе

03 октябрь 2011 йыл, 15:31

Башҡортостан Президенты указы менән бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырылды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһы дәүләт бюджет һәм автономиялы учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.

2011 йылдың 1 октябрендәге указға ярашлы республикалағы бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең оклады 6,5 процентҡа арта.

Урындағы үҙидара органдарына ошондай уҡ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм муниципаль бюджет һәм автономиялы учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын ваҡытында арттырыуҙы тәьмин итергә тәҡдим ителде.

Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау тейешле бюджет средстволары һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы республика фонды средстволары иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте.