2 декабрь, Йома

03 октябрь 2011 йыл, 14:35

Республикала көндәр һыуытасаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы аҙнала Башҡортостанда көндәр һыуытасаҡ. Республикала көндөҙ һауа температураһы плюс 8-10 градус буласаҡ. Төнгө ваҡытта термометр бағанаһы 4 градусты күрһәтәсәк. Был хаҡта Гисметео хәбәр итә.

Төбәктә әүәлгесә болотло һәм ямғырлы буласаҡ. Аҙна аҙағына тиклем һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк, тип күҙаллай синоптиктар.

темалар: һауа торошо