Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Сингапур менән мәғлүмәтләштереү өлкәһендәге бәйләнештәрҙе үҫтерергә ниәтләй

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөков VI Рәсәй-Сингапур эшлекле форумында ҡатнашты.

Форумда Рәсәй, БДБ илдәре һәм Азия-Тымыҡ океан төбәгенең эшлекле даирәләре вәкилдәре араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан электрон хөкүмәт һәм төбәкте мәғлүмәтләштереү өлкәһендә Сингапур иҡтисади үҫеш агентлығы менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Йәнә Башҡортостан технопарктарында көньяҡ-көнсығыш Азияның инновацион компанияларын урынлаштырыу өсөн  Сингапур идара компанияһын йәлеп итеү мәсьәләһе ҡарала.

Яҡын арала Өфөгә аныҡ проекттарҙы тикшереү өсөн Сингапурҙан делегация килеүе көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть