8 декабрь, Кесе йома

03 октябрь 2011 йыл, 12:43

Өфөләге күсемһеҙ милек күргәҙмәһендә сит ил компанияларының ҡатнашыуы көтөлә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

«Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм дәүләт хеҙмәте делегацияһы Ҡаҙанда көҙгө төҙөлөш форумында ҡатнашты. Уның сиктәрендә «Торлаҡ», «Татарстанда күсемһеҙ милек йәрминкәһе» һәм«Торлаҡ һәм ҡоролмаларҙың инженерлыҡ коммуникациялары» кеүек өс күргәҙмә үтте.

«Азимут» берҙәм дәүләт хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумдың ҡайһы бер ҡатнашыусылары сит илдәрҙең күсемһеҙ милке буйынса үҙенең хеҙмәттәрен 27 — 29 октябрҙә Өфөлә үтәсәк «Күсемһеҙ милек. Көҙ-2011» XVII күргәҙмә-йәрминкәһендә лә тәҡдим итәсәк. Мәҫәлән, ҙур төрөк компанияһы күргәҙмәгә килгәндәргә Аланья территорияһындағы апартаменттарҙы, шулай уҡ виллалар, ер участкалары, коммерция күсемһеҙ милкен һатып алыу һәм уны шәхси милек итеп теркәү буйынса уникаль тәҡдим әҙерләй. Квалифицикациялы белгестәрҙән инвестициялар һалыу мәсьәләһендә консультациялар алырға, улар тәҡдим иткән фатир һәм йорттар менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Бынан тыш, бюджет торлаҡ, коммерцияға ҡараған күсемһеҙ милек һатып алыу, килешеүҙәрҙе юридик яҡтан оҙата барыу мөмкинлеге лә ҡаралған.