Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дүртөйлөлә «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте

Иҡтисад

Уҙған шәмбелә Дүртөйлө ҡалаһында «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте. 1 октябрҙә ҡалала «Берҙәм Рәсәй» партияһы көнөн үткәреү менән бер рәттән Ололар көнө лә билдәләнде. Байрам сараларында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов етәкселегендә партияның төбәк бүлексәһе делегацияһы ла ҡатнашты.

Сара ҡаланың үҙәк майҙанында көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәһенән башланды. Ошонда уҡ «Бала саҡ — ул йылмайыу һәм шатлыҡ» байрамы ойошторолдо. Артабан делегация ағзалары ҡала предприятиелары һәм учреждениеларына барҙы, унда дүртөйлөләр менән аралашты.

«Берҙәм Рәсәй» көнө дауамында балалар йортонда, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта хәйриә акцияһы үтте.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында булды һәм уҡыу йортонда Дүртөйлө районының мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Республика Хөкүмәте башлығы йәнә Ҡала мәҙәниәт һәм техника һарайында ойошторолған Дүртөйлө районының социаль-иҡтисади ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә лә барҙы.  

Урындағы «Берҙәм Рәсәй» бүлексәһе менән ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә муниципаль район Советы депутаттары, төрлө милек формаһындағы ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Белгестәр дүртөйлөләр тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән район һәм ҡаланы үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Байрам ҡунаҡтары артабан Ололар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. БР Хөкүмәте Премьер-министры ололарҙы ҡотлап сығыш яһаны, шулай уҡ оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән юбилярҙарға Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаттарын һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Дүртөйлөләге «Берҙәм Рәсәй» көндәре ҡала майҙанында йәштәр өсөн мәҙәни-күңел асыу программаһы менән тамамланды, тип хәбәр итә ER.RU.

Теги: партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть