3 декабрь, Шәмбе

03 октябрь 2011 йыл, 11:38

Халыҡ-ара телдәр фестивале республикала йыл һайын үткәреләсәк

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә күренекле башҡорт телсеһе, билдәле яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған I Халыҡ-ара телдәр фестивале үтте. Сара Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ҡарамағында уҙғарылды.

Башҡортостанда бындай мәҙәни-ағартыу сараһы тәүгә үткәрелде. Телдәр фестивале идеяһын 1995 йылда үҙе бындай сара үткәргән эсперанто телендә һөйләшеүсе Америка гражданы Дэнис Киф тәҡдим иткән. Шул ваҡыттан алып телдәр фестивале Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Чебоксарҙа, Волгоградта, Новокузнецкиҙа, Ульяновскиҙа һәм Рәсәй Федерацияһының, БДБ-ның һәм алыҫ сит илдәрҙең башҡа ҡалаларында даими үткәрелә.

Республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 80-дән ашыу сығыш яһаусы Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы һәм сит ил халыҡтарының 46 теленә презентация үткәргән.

Фестивалдә ҡатнашыусылар алты төркөм-секцияла сығыш яһаны. Сарала Мәскәү, Ульяновск, Өфө һәм Рәсәй, Болгария, Германия, Голландия, Ҡаҙағстан, Африка илдәренең башҡа ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты.

Фестивалде ябыу тантанаһында ҡатнашыусыларға сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Сара аҙағында бындай фестивалде Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттары нигеҙендә йыл һайын үткәрергә тигән ҡарар ҡабул ителде.