Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлөләр бер көн эсендә 1400 кубометр сүп-сар йыйҙы

Иҡтисад

Ҡала биләмәһен таҙартыу һәм төҙөкләндереү айлығы сиктәрендә Өфөлә үткән санитар йомала 1400 кубометр сүп-сар йыйылды. Сүп-сар йыйыу буйынса йома сараларында 35 мең самаһы өфөлө ҡатнашты.

Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының производство-техник бүлеге белгесе Игорь Аристов әйтеүенсә, коллектив хеҙмәт ярҙамында бер көндә 500 квадрат метрҙан ашыу юл ремонтланған. 480 махсус техника берәмеге файҙаланылған. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына, махсус автохужалыҡтар мәғлүмәтенә ярашлы, 145 рейс эшләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ҡала биләмәһен санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса айлыҡ Өфөлә 10 октябрҙә тамамланасаҡ. Ул Республика көнөн байрам итеүгә әҙерлек һәм был байрам алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһын төҙөкләндереү маҡсатында ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть