9 декабрь, Йома

03 октябрь 2011 йыл, 10:38

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда Нефтекамала һәм Краснокама районында наркомания таралыуға бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ комиссия ағзалары 2014 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһының дәүләт наркотиктарға ҡаршы сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу комплекслы планын тикшерҙе һәм раҫланы.

— Бөгөн беҙ дәүләт наркотиктарға ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өлкәһендә республика власть органдарының муниципалитеттар менән үҙ-ара килешеп эш итеүен нығытыу буйынса мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ. Райондарҙың наркотиктарға ҡаршы комиссиялары эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдарын ҡараясаҡбыҙ. Дөйөм алғанда, район һәм ҡала звеноһы беҙҙең өсөн бик мөһим. Сөнки унда туранан-тура халыҡ менән эш алып барыла. Урындарҙа эштең нисек башҡарылыуын тикшерергә тейешбеҙ. Уның төп ойоштороусылары – муниципалитеттар һәм муниципаль наркотиктарға ҡаршы комиссиялар. Улар халыҡҡа һәм урындағы хәл-торошҡа яҡыныраҡ тора, — тине Рөстәм Хәмитов, наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышында сығыш яһап.

— Әлбиттә, муниципаль наркотиктарға ҡаршы программаларҙы тейешенсә финансламау был юҫыҡта төп проблемаларҙың береһе булып тора. Был программалар урындағы бюджет иҫәбенә финансланырға тейеш, — тип билдәләне республика башлығы. – Урындарҙа аҡсаларҙың самалы булыуын беләбеҙ. Әлеге мәсьәләне хәл итеү юлдары, шулай уҡ бындай шарттарҙа уҡыусыларға һәм студенттарға үҙҙәре теләп тест үткәреү кеүек иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле ысулын тормошҡа ашырыу хаҡында уйларға кәрәк. Ауыр икәнен аңлайым, әммә средстволарҙы табыу зарур, — тип иҫәпләй Президент.

Шул уҡ ваҡытта барыһы ла тура финанс мөмкинлектәргә генә бәйле түгел. Күбеһе наркотиктарға ҡаршы эштең ойошторолоу сифатынан һәм урындағы властарҙың яуаплылыҡ кимәленән тора.

Нефтекама һәм Краснокама районына килгәндә, белгестәр унда наркомания менән сирләүсе кешеләр һанының артыуын билдәләй. Шулай итеп, Нефтекамала тулы булмаған дүрт йыл эсендә теркәлгән наркомандарҙың һаны 250-нән 360-ҡа тиклем артҡан. Һәр 100 мең кешегә бында 273 наркомания менән сирләүсе тура килә, был уртаса республика күрһәткестәренән ике тапҡырға күберәк.

— Краснокама районында ла наркомандар һаны күбәйә, биш йыл эсендә 10-дан 20 кешегә артҡан. Был һан кешеләрҙе яңылыштырырға тейеш түгел. Ысынында иһә ундағы хәл бөтөнләй икенсе. Наркоманияның ауыл еренә лә үтеп инеүен күрәбеҙ. Әлбиттә, быға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Был яман сирҙе барлыҡ саралар менән тотҡарларға бурыслыбыҙ. Урындарҙа ауыл старосталары, халыҡ менән эшләргә кәрәк. Йәғни халыҡһыҙ был мәсьәләне хәл итә алмаясаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.