3 декабрь, Шәмбе

03 октябрь 2011 йыл, 9:24

Мәскәү эксперттары Өфөлә көрсөккә ҡаршы семинар үткәрәсәк

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

20-21 октябрҙә Өфөлә «Көрсөк. Нимә эшләргә?» тип аталған семинар үтәсәк. Уны Рәсәйҙең билдәле иҡтисадсылары Михаил Хазин һәм Олег Григорьев (Мәскәү) үткәрә.

— Семинар үҙенең киләсәген бөгөндән хәстәрләгән, 2008 йылғы көрсөк хаталарын ҡабатламай, көрсөктән мөмкин тиклем аҙыраҡ юғалтыуҙар менән сығырға теләгән төрлө кимәлдәге бизнесмендарға адресланған, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Кредит ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән. — Сарала ҡатнашыусылар Рәсәйҙең был өлкәләге алдынғы белгестәренән донъяла, Рәсәйҙә, Башҡортостан Республикаһында көрсөк барлыҡҡа килеү сәбәптәре һәм уның үҫешен күҙаллау буйынса тулы мәғлүмәт аласаҡ.