10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2011 йыл, 17:25

«Күсемһеҙ милек. Көҙ-2011» күргәҙмәһендә кредитлау программалары буйынса семинар үткәреләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

27 октябрҙә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының күргәҙмә майҙанында «Күсемһеҙ милек. Көҙ-2011» күргәҙмә-йәрминкәһе асыласаҡ. Уның сиктәрендә бер нисә ҙур семинар үтеүе көтөлә. Улар иҫәбендә халыҡ өсөн ойошторолған «Ипотека һәм банк продукттары ярҙамында нисек торлаҡ һатып алырға?» тип аталғаны ла бар. Торлаҡ баҙарындағы кредитлау программаларын өйрәнеүҙә халыҡҡа ярҙам итеү — уның төп маҡсаты.

Теләге булған һәр кем банк белгестәренән бушлай консультация ала аласаҡ, уңайлы ипотека программаһын нисек дөрөҫ һайларға кәрәклеге хаҡында беләсәк һәм әле ғәмәлдә булған кредитлау программаларының сағыштырмаса характеристикаларын өйрәнә аласаҡ. Эре банк вәкилдәренең докладтар менән сығыш яһауы ла көтөлә.

Бынан тыш, күргәҙмәлә «Һеҙҙең йорт өсөн» проекты тәҡдим ителәсәк. Күсемһеҙ милек буйынса «Азимут» берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте мәғлүмәте бууйынса, унда архитекторҙар, кадастр инженерҙары, дизайнерҙар, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса белгестәр, төҙөлөш тауарҙары, шәхси торлаҡ йорттар һәм фатирҙарҙы төҙөкләндереү өсөн ҡорамалдар етештереүсе һәм улар менән тәьмин итеүсе компаниялар ҡатнашасаҡ.

Күргәҙмәгә килеүселәр төҙөлөш, бинаны ҡайтанан планлаштырыу, фатир ремонтлау, интерьерҙың дизайнын үҙгәртеү, шулай уҡ йорт яны территорияһын төҙөкләндереү буйынса файҙалы мәғлүмәт ала аласаҡ.