Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Евгений Карепанов: «Бөгөн иң мөһиме – милләт-ара татыулыҡ һәм үҙ-ара килешеп йәшәү традицияларын үҫеп килгән быуынға еткереү»

Сәйәсәт

— Бөгөн беҙҙең өсөн бик мөһим сара – Башҡортостан рустарының икенсе конгресы үтә, — тип билдәләне конгресс делегаты, Белорет районы советы рәйесе Евгений Карепанов. – Тәүге конгресты 1998 йылда үткәрҙек, унда мин дә ҡатнаштым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа илдәге милләт-ара мөнәсәбәттәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәне. Мин интернациональ ауылда тыуып үҫтем. Беҙҙең яҡтарҙа 20-се быуат башында тимер юлы төҙөлгән, һәм шуға күрә төрлө яҡтарҙан кешеләр күсеп килгән. Беҙ һәр ваҡыт бер ғаилә булып, айырымланмай йәшәнек, һәм был беҙҙең өсөн тәбиғи булды. Ә бөгөн беҙ толерантлыҡ хаҡында йышыраҡ һөйләйбеҙ... Тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәү зарурлығы конгреста төп фекер булып торорға тейеш. Бына бөгөн беҙҙә рустар конгресы үтә, әммә бында бик күп милләт вәкилдәре лә ҡатнаша, сөнки республикала 130-ҙан ашыу милләт йәшәй. Бөгөн иң мөһиме — милләт-ара татыулыҡ һәм үҙ-ара килешеп йәшәү традицияларын үҫеп килгән быуынға еткереү. Илдең киләсәге лә күпселек йәһәттән шунан тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть