6 декабрь, Шишәмбе

30 сентябрь 2011 йыл, 17:08

100 йәше тулыр алдынан Белорет аҡһаҡалы яңы торлаҡҡа сертификат алды

автор: Әлим Фәйезов

Үҙенең юбилейы – 100 йәше алдынан Белорет районы Егәҙе ауылы аҡһаҡалы, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Ильяс Хәнипов «Ветерандар тураһында»ғы Федераль законға ярашлы торлаҡ һатып алыуға социаль түләү бирелеүе тураһында таныҡлыҡ алды.

Ильяс Хәнип улы Хәнипов 1911 йылдың 15 октябрендә тыуған. Ул 1933 йылда армияға хеҙмәткә алына һәм 49-сы уҡсылар батальоны составында ике йыл хеҙмәт итә. 201-се уҡсылар полкы составында фин компанияһында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында уҡ Ильяс Хәнипов фронтҡа оҙатыла. Тәүҙә сапер. артабан пулеметсы була. Ауыр яралана һәм әле лә эсендә снаряд ярсығы йөрөтә. Сталинград һуғышында ҡатнаша, Будапештҡа тиклем барып етә. Ильяс Хәнип улы Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм Жуков миҙалы менән наградланған. Ул 11 бала үҫтергән. Ильяс Хәнип улының 33 ейән-ейәнсәре, 22 бүлә-бүләсәре һәм 9 тыуаһы бар.

Кисә Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Егәҙе ауыл советы башлығы Рәил Ғәлиуллин, Белорет районы хакимиәтенең торлаҡ секторы белгесе Юлия Черепенькина, урындағы журналистар юбилярҙа ҡунаҡта булды. Улар ветеранды йөҙ йыллыҡ юбилейы, Ололар көнө менән ҡотланы һәм яңы торлаҡ һатып алыуға сертификат тапшырҙы. Ҡунаҡтар Ильяс Хәнип улына ҡаһарманлығы һәм эшһөйәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе, уға һәм уның яҡындарына сәләмәтлек һәм именлек теләне. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова хәбәр итте.