Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡоролтай йортонда рус биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәренән күргәҙмә ойошторолған

Йәмғиәт

Башҡортостан рустарының икенсе конгресы сиктәрендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре күргәҙмәһе үтә.

Күргәҙмәгә ҡуйылған экспонаттар араһында ағастан һырлап эшләнгән изделиелар, биҙәкле таҡталар, ағастан эшләнгән һауыт-һаба, туҡыманан тегелгән ҡурсаҡтар, матрешкалар, балалар уйынсыҡтары, милли костюмдар, баш кейемдәре, аяҡ кейемдәре, яулыҡтар, бейәләйҙәр, тиренән тегелгән изделиелар, балаҫтар, балалайкалар, һандыҡ-шкатулкалар, самауыр һәм рус кухняһы һый-ниғмәттәре бар. Барлыҡ әйбер-йыһаздар рус милли традицияларына ярашлы эшләнгән. Экспонаттарҙы «Надеждино» (Бәләбәй районы) һәм «Никольский храм» (Краснокама районының Николо-Березовка ауылы) тарихи-мәҙәни үҙәктәре, шулай уҡ республиканың коммерция предприятиелары тәҡдим итә.

Өфө епархияһы иконалар, тәреләр, календарҙар һәм дини әҙәбиәт әҙерләгән. Башҡортостандың китап нәшриәттәре, китап магазиндары һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана иһә баҫма продукцияны күргәҙмәгә ҡуйған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть