5 декабрь, Дүшәмбе

30 сентябрь 2011 йыл, 16:35

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан урыҫтарының икенсе конгресына сәләмләү хаты ебәрҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан рустарының икенсе конгресы делегаттарына сәләмләү хаты ебәрҙе. Уны конгреста Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев уҡып ишеттерҙе.

— Рус халҡының илебеҙҙең, бөгөнгө Башҡортостандың үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, ул иҡтисади, ижтимағи тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә мөһим роль уйнаған һәм уйнай, — тиелә сәләмләү хатында. – Төрки, славян һәм фин-уғыр халыҡтарының быуаттар дауамында үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәһендә илебеҙҙә күп милләтле Рәсәй өсөн үрнәк булырлыҡ үҙ-ара дуҫ булып йәшәү өлгөләре булдырылған. Ауырлыҡтарҙы бергә еңеп сыҡҡан, бер береһенең уңыштарына ҡыуана белгән, сағыу мәҙәниәттәр берҙәмлеген булдырған халыҡтар берлеге – быларҙың барыһы ла беҙгә изгелек эстафетаһын ҡалдырған ата-бабаларыбыҙ ҡаҙаныштары. Был изге йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, граждандар татыулығын һәм төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәренең берҙәмлеген нығытыу бөгөн властың һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарының мөһим бурысы булып тора. Беҙҙең барыбыҙҙы ла дөйөм бер маҡсат берләштерә — ул йәмғиәттең йылдам үҫеше, Рәсәй дәүләтен нығытыу, йәшәү сифатын арттырыу һәм халыҡтар именлеге. Был маҡсаттарға татыулыҡһыҙ һәм бер-береңә ышаныуһыҙ ирешеп булмай. Собор һәм республиканың башҡа этномәҙәни ойошмалары эшмәкәрлегенең рус халҡының бай тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуға, шулай уҡ үҫеп килгән быуында милли мәҙәниәттәргә ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелеүе бик мөһим. Йәмғиәттең әхлаҡи сәләмәтлеген нығытыу, айырымланыу идеяларына ҡаршы тороу буйынса йәмәғәт ойошмаларыбыҙ әүҙем эш алып бара ала, тип иҫәпләйем.

Рөстәм Хәмитов форум сиктәрендә рустарҙың һәм төбәктең башҡа халыҡтарының көнүҙәк мәсьәләләре, үҙ-ара килешеп эш итеү ысулдары, был процестарҙа йәмәғәт ойошмаларының роле эшлекле тикшереләсәгенә ышанысын белдерҙе һәм конгреста ҡатнашыусыларға һаулыҡ, именлек, эштәрендә уңыштар теләне.