5 декабрь, Дүшәмбе

30 сентябрь 2011 йыл, 16:19

Өфө халҡы ҡалала Михаил Нестеровҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн Башҡортостан рустарының икенсе конгресы делегаттары алдында сығыш яһап, Башҡортостан рустары соборының башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов Өфөлә рәссам Михаил Нестеровҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте.

— Бөтә донъяла танылыу алған өфөлө, бөйөк рәссам Михаил Нестеровтың – үҙенсәлекле ижадсының тыуыуына 2012 йылда 150 йыл тула, — тине Владимир Самородов. – Уның исемен музей менән генә түгел, һәйкәлдә лә мәңгеләштерергә кәрәк.

Буласаҡ һәйкәлде М.Нестеров исемендәге музей алдындағы майҙанда, йәки рәссам тыуған йорт урынында, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһы янында урынлаштырыу күҙаллана.

— Властарға тейешле Фонд ойоштороу юлы менән һәйкәлгә аҡса йыйырға әҙер йәмәғәтселек менән кәңәшләшергә кәрәк, — тип билдәләне Владимир Самородов.

Уның әйтеүенсә, был проекттың инициаторҙарының береһе булараҡ билдәле бард Сергей Круль, шулай уҡ башҡа өфөлөләр сығыш яһай.